Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентября 2023, 09:11

"Пирола"ның билдәләре ниндәй?"

Һуңғы арала ковид йоҡтороу осраҡтары күҙгә күренеп артҡан. 

"Пирола"ның билдәләре ниндәй?""Пирола"ның билдәләре ниндәй?"
"Пирола"ның билдәләре ниндәй?"

COVID-19-ҙың яңы “пирола” штаммының төп билдәләре тураһында профессор, “Медскан” компанияләр төркмөнөң медицина директоры Светлана Каневская һөйләне. 

Ковидтың “пирола” төрөн йоҡторғандарҙа юғары тән температураһы, хәлһеҙлек, танау тоноу, йүтәл булырға мөмкин.

“Кешенең аппетиты юғалыуы ихтимал, диарея,  авырыуҙарҙа күңел болғаныу, хатта ҡоҫоу ҙа осрай. COVID-19-ҙың башка штамнарындағы кеүек еҫ һиҙеү юғалырға мәмкин",  – тип өҫтәй табип.

Каневская һүҙҙәренсә, “пирола” омикронға ҡарағанда ла йоғошлораҡ. Вирус йоҡтороу хәүефен ябай гигиена һәм социаль дистанция ҡағиҙәләрен үтәп кәметергә мөмкин.  Быға өҫтәп, табип йәмәғәт урындарында битлек кейеп йөрөргә кәңәш итә. 

Әйткәндәй, Мәскәүҙә ике аҙна эсендә COVID-19 йоҡтороу 2,5 тапкырға артҡан. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас