-17 °С
Ҡар
Беренсенән, ағасты февраль-март айҙарында ҡояштан һаҡлай.
Ағартҡас ағастың ҡайрыһы температура үргәргәндә ярылмай. Ҡышын ҡайры аҫтында ҡышлай торған бөжәктәрҙән һаҡлай.
Ағастарҙы октябрь-ноябрь айҙарында ҡоро көндә ағарталар.
Ағасты һәм ботаҡтарының аҫҡы өлөшөн ағартырға кәрәк. Бының өсөн эзбиз ҡатнашмаһы, һыулы эмульсиялы йәиһә һыулы дисперслы буяу ҡулланырға мөмкин.
Иң мөһиме, буяу олонға “һуларға” ирек бирһен һәм ҡойолмаһын, ҡупмаһын. Буяу оҙаҡ торһон өсөн уға балсыҡ, һөт, кер һабыны йәиһә йәшелһабын ҡушырға була.
Фото: zemeljka.ru