Дөйөм мәҡәләләр
4 Октября 2023, 13:13

Октябрҙә баҡсала нимәләр эшләргә?

Октябрь – емеш ағастарын, ҡыуаҡтарын ҡышҡа әҙерләү айы. Айҙың тәүге ун көнлөгөндә, һыуыҡтар иртә башланып китмәгәндә, алмағас һәм грушаның, шулай уҡ ҡурай еләге һәм ҡарағаттың районлашҡан сорттарын ултыртыуҙы дауам итергә мөмкин. Әммә 10 октябрҙән һуң ултыртырға кәңәш ителмәй.

Октябрҙә баҡсала нимәләр эшләргә?Октябрҙә баҡсала нимәләр эшләргә?
Октябрҙә баҡсала нимәләр эшләргә?

Ҡалған ултыртыу материалын, ауыш соҡор ҡаҙып, шунда күмеп ҡалдырырға кәрәк. Тотороҡло һыуыҡтар башланғансы, ултыртыу материалының тамырын һәм бер өлөшөн тупраҡ йәиһә ҡом менән күмергә, һыу һибергә, ә октябрь аҙағында яртылаш, йәғни ботаҡтарының аҫҡы өлөштәрен тупраҡ менән күмеп, янына сысҡандарҙан һаҡлау өсөн шыршы ботаҡтары ҡуйырға кәрәк.
Емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары төптәре тирәләрендәге тупраҡты ҡаҙып сығыуҙы теүәлләгеҙ  (органик һәм минераль ашламалар индереп).
Бары тик ҡаты ҡорт (проволочник) менән зарарланған участкаларҙы ғына һуңғараҡ ҡалдырып, ер туңа башлағас ҡаҙырға мәмкин. Был осраҡта ҡаты ҡорт һәләк була.

Ағас төбө тирәһендәге тупраҡты серетмә, торф йәки тиреҫ менән ҡаплағыҙ.

Октябрҙең икенсе декадаһында ағас һәм ҡыуаҡтарға мул итеп һыу һибегеҙ, кәмендә 60 ссм тәрәнлектә тупраҡтиы дымландырырға тырышығыҙ. Был алым ҡышын ағастарҙың тамыр системаһының туңыуын кәметә.
Емеш ағастарының олонон һәм ботаҡтарын ҡороған ҡабыҡтарҙан, мүк һәм лишайниктарҙан таҙартығыҙ. Һуңынан 5 процентлы тимер купоросы ҡатнашмаһы менән бөркөгөҙ (9-10 литр һыуға 500 грамм иҫәбенән). Еләк ҡыуаҡтары антракноз йәки тутыҡ ауырыуы менән зарарланған булһа, 3 процентлы бордос шыйыҡсаһы  йәиһә тимер купоросы ҡатнашмаһы менән эшкәртегә кәрәк.
Ҡурай еләге ҡортона ҡаршы көрәште көҙҙән үк башларға, бының өсөн ҡыуаҡтың ҡороған япраҡтарын, ботаҡтарын йыйып киҫергә, яндырырға һәм ерҙе йомшартырға кәрәк. Был ҡорттоң ҡарышлауыҡтарын бөтөрөргә ярҙам итә.

Яҙын ҡурай еләге төбөн ҡаҙырға һәм серетмә һалырға кәрәк. Һуңынан ҡыуаҡтарҙы аш содаһы ҡатнашмаһы менән эшкәртергә. Ике аш ҡалағы аш содаһына 0,5 литр ҡайнар һыу һалып һәм бутарға һәм һалҡын һыу өҫтәп, ҡатнашманы 2 литрға тиклем еткерергә. Шул һыуҙы ҡыуаҡтарға аҙнаһына бер тапҡыр һибергә кәрәк.
Әгәр ҙә ҡурай еләге ҡорто булған еләктәр осрай икән, уларҙы ергә ташламағыҙ. Айырым йыйып, баҡсанан алыҫҡараҡ ташларға кәрәк.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас