

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһы эшенең өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактик эш, шулай уҡ янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын һәм йәрәхәтләнеүен кәметеү, халыҡты янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында мәғлүмәтле итеү тора.
Иҫкәртеү сараларының маҡсаты - халыҡты мейес йылытыуҙың, шулай уҡ электр приборҙарын файҙаланыуҙың ябай ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт биреү. Абҙаҡ янғын часы хеҙмәтләндергән Байым ауыл хакимиәтенең (Әбйәлил районы) Йәнекәй һәм Яйҡар ауылдарында торлаҡ секторҙа рейдтар үткәрелде. Рейд барышында иҫкәрмә ҡағыҙҙары таратылды, йылытыу һәм электр приборҙарын хәүефһеҙ ҡулланыу буйынса йорт хужалары менән инструктаж үткәрелде. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡланғанда, йорт хужаларына етешһеҙлектәрҙең хәүефлелеге, шулай уҡ уларҙы бөтөрөү юлдары, ысулдары аңлатылды.
- Рейдтарҙа айырым иғтибар шәхси торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәргә бирелә. Уларҙың күбеһе ағас, мейес менән йылытылған иҫке биналарҙа йәшәй. Һалҡындар башланыу менән тап ошо категорияға ҡараған граждандар электр йылытыу приборҙарын дөрөҫ ҡулланмау һәм мейестәрҙе дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында янғын сығыу хәүефе аҫтында ҡала. Беҙҙең бурыс - граждандарҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре менән таныштырыу һәм янғындарҙан иҫкәртеү, - тине Абҙаҡ янғын часы начальнигы Азамат Нәбиуллин.
Янғын - кеше өсөн һәр ваҡыт ҙур бәлә. Янғын хәүефһеҙлегенең ябай ҡағиҙәләрен һанға һуҡҡанда ғына, йортоғоҙҙо һәм ғүмерегеҙҙе уттан һаҡлап алып ҡалырһығыҙ.