Дөйөм мәҡәләләр
16 Октября 2023, 06:14

Әбейҙәр сыуағы башлана

Был аҙнала Башҡортостанда 15 градусҡа тиклем йылыта, ямғыр яумай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әбейҙәр сыуағы башланаӘбейҙәр сыуағы башлана
Әбейҙәр сыуағы башлана

Бөгөн, 15 октябрҙә, көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5, көндөҙ +9, +14 градус була.

16 һәм 17 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, ләкин урыны менән елдең көсәйеүе мөмкин. Төндә +4, +9, көндөҙ +10, +15 градус.

Йылы көндәр оҙаҡҡа һыҙылмай. Аҙна һуңында уҡ республикала температура көндөҙ 5-8 градусҡаса түбәнәйә, яуым-төшөм ихтималлығы арта.

 

Автор:Эльвира Хамзина