

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.
19 октябрҙә республикала урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ +3,+8.
20 октябрҙә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа, төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, + 2, көндөҙ +3, +8 градус.