Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Октябрь 2023, 10:30

1200-ҙән ашыу кеше коронавирус йоҡторған

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 30 октябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1200-ҙән ашыу кеше коронавирус менән сирләй. 

1200-ҙән ашыу кеше коронавирус йоҡторған
1200-ҙән ашыу кеше коронавирус йоҡторған

Һуңғы тәүлектә генә 98 пациентта COVID-19 раҫланған. Пандемия башланғандан алып 374 102 осраҡ теркәлгән.

Әлеге ваҡытта 106 пациент - стационарҙа, 1095-е өй шарттарында дауалана. Шулай итеп, коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 1200 кешенән ашҡан.

Уҙған тәүлектә вирустан үлем осраҡтары теркәлмәгән. Пандемия башланғандан бирле бөтәһе 6110 кеше мәкерле сир эҙемтәләренән вафат булған.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала COVID-19 йоҡтороусыларҙың артыуы хаҡында яҙғайны.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас