-13 °С
Болотло
Авария Белорет-Өфө автомобиль юлында, Бирҙеғол ауылы янында булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
«Лада Гранта» водителе идара итеү һәләтен юғалтып, һыуға сумған.
Машинала өс ҡатын-ҡыҙ ултырған. Пассажирҙар үҙҙәре сыға алған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡатын-ҡыҙ водителде эҙләй.