+16 °С
Облачно


Халыҡ телендә «китап», «ҡырҡ ҡарта» тип йөрөтөлгән хайуан эсәген бик анһат ҡына ла таҙартып була икән.
Ҡаттансыҡты таҙартып, ҡарҙа тапап, сайҡап алғандан һуң, ике-өс ус тирәһе сода менән тоҙ һалып, берәр сәғәт тотоп алырға кәрәк. Шулай иткәндән һуң, уның ҡырыла торған өлөшө һыпырылып ҡына төшәсәк, ә үҙе ап-аҡ булып ҡаласаҡ.
Шулай уҡ ҡартаға 9 процентлы аш һеркәһен һалып тотҡан осраҡта ла бик тиҙ таҙарасаҡ.
Дуҫтар, һеҙ мал эсәген ҡулланаһығыҙмы? Эсән-ҡарынын, ҡаттансығын таҙартаһығыҙмы? Таҙартыу буйынса “фирменный” ысулдарығыҙ булһа, яҙып ҡалдырығыҙ.