Дөйөм мәҡәләләр
8 Декабря 2023, 06:31

Ҡыҙылса сиренең 21 осрағы теркәлгән

Белоретта ҡыҙылса ауырыуының 21 осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе бәлиғ булмағандар, өсәүһе - яңы тыуған сабыйҙар.

Ҡыҙылса сиренең 21 осрағы теркәлгәнҠыҙылса сиренең 21 осрағы теркәлгән
Ҡыҙылса сиренең 21 осрағы теркәлгән

Белореттың бер ғаиләһендә сир асыҡлана. Фаразлауҙарынса, үҫмер Башҡортостандан ситтә сир йоҡторған, ә һуңынан ғаиләһендәге бөтә балаларға (улар 10 кеше) йоҡҡан. Әлеге ваҡытта балалар Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында дауалана, хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек, улар сығарыуға әҙерләнә.

Ауырыған балалар уҡыған 3-сө мәктәптә беренсенән VIII класҡа тиклемге кластар дистанцион уҡытыуға күсерелә. Шулай уҡ, 13-сө мәктәптең өс башланғыс класы ла ситтән тороп уҡытыласаҡ. Ҡалала балалар баҡсалары ғәҙәти режимда эшләй, әгәр балала сир  асыҡланһа, уны ҡабул итмәйҙәр.

- Әгәр һеҙҙә йәки балағыҙҙа инфекцион сир билдәләре булһа, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Балалар поликлиникаһы махсус режимға күсерелгән. Температураһы күтәрелгән һәм йүткергән балалар өсөн урамдан айырым инеү урыны булған "ҡыҙыл зона" ойошторолған, - тип яҙҙы Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙә.

Шулай уҡ һуңғы бер нисә көндә сирлеләр һаны артыуы билдәле. Башҡортостан Республикаһының “Роспотребнадзор” идаралығы урындағы хакимиәт менән берлектә хәлде контролдә тота.

Фото: ufa-gid.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас