Дөйөм мәҡәләләр
20 Декабря 2023, 11:31

Ике мышыны үлтергән браконьерҙар табылған

Белорет районында рөхсәтһеҙ ике мышы аулаған браконьерҙар табылған. Әлеге осраҡ тураһында «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ике мышыны үлтергән браконьерҙар табылғанИке мышыны үлтергән браконьерҙар табылған
Ике мышыны үлтергән браконьерҙар табылған

Тағылмалы машинаны туҡтатҡан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡанлы балта һәм бысаҡтар тапҡан. Бының сәбәптәрен асыҡлаған ваҡытта машиналағы ирҙәрҙең береһе законһыҙ һунар итеүҙәрен әйткән, ата һәм инә мышыны атҡан урынды күрһәткән. Ваҡиға урынына Башҡортостан Экология министрлығының дәүләт инспекторы һәм полицияның оператив төркөмө саҡырылған. Браконьерҙарҙың мылтығы һәм ҡаргиҙәре тартып алынған. Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы баһалауынса, улар 640 мең һумлыҡ зыян килтергән.  

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда ике ҡоралайҙы рөхсәтһеҙ атып алыу осрағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-12-20/v-bashkirii-nashli-brakonierov-ubivshih-dvuh-losey-3575508

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас