Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ғинуар 2024, 12:14

Алоэ хәлһеҙлектән ҡотҡара

Был осраҡта алоэ елем ярҙамға килә. Бының өсөн ярты стакан алоэ һутына 500 грамм әстрәхан сәтләүеге, 300 грамм бал һәм 3 ⁇ 4 лимон һуты ҡушып болғатырға һәм уны көнөнә 3 тапҡыр, ашар алдынан 1 сәй ҡалағы эсергә кәрәк.

Алоэ хәлһеҙлектән ҡотҡара
Алоэ хәлһеҙлектән ҡотҡара

Туберкулез ваҡытында һәр 100 г атланмай, бал, какао порошогына 150 г алоэ һуты ҡушып болғатып, көнөнә 3 тапҡыр 1 стакан ҡайнар һөткә 1 ҡалаҡ эсергә кәрәк.

Тымауҙа танау тишегенә яңы һөртөлгән алоэ һутын һөртһәң дә, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Аш ауыртҡанда, алоэ һутын шул уҡ күләмдә һыуға ҡушып, ашҡаҙанды чайкап алалар, һуңынан 1 сәй ҡалағы һутты йылы һөткә ҡушып эсәләр.

Теш һыҙлағанда  уның янына алоэ япрағы ҡуйырға кәрәк.

Фото: oum.ru

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас