+28 °С
Ясно
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте ҡарлы-буранлы һауа торошо тураһында иҫкәртә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 19 ғинуарҙа көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, буран, юлдарҙың айырым участкаларында көрт. Ел көньяҡтан секундына 8-13 метр, урыны менән 15-20 метрға етеү ихтимал. Һауа температураһы төндә -23, аяҙытҡанда -28, көндөҙ -10, -15.
Көндөҙ юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмеүе көтөлә.