Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2024, 10:29

Баланы ҡотҡара

Белорет кешеһе янған фатирҙан баланы сығара.

Баланы ҡотҡара
Баланы ҡотҡара

20 ғинуарҙа Киров урамындағы күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡаттағы фатирында янғын сыға. Йортта йәшәгән бер кешенең ҡыйыулығы һәм янғын һүндереүселәрҙең ваҡытында килеүе арҡаһында, янғын ҡорбандарһыҙ үтә.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Юрий Окунцев батырлыҡ күрһәтә. Ул ишек шаҡыуҙан уянып китә. Күршеһе уларҙың фатирында янғын сығыуы һәм эсендә баланың булыуы тураһында хәбәр итә. Хужабикә ҡыҙының алыҫтағы бүлмәлә ҡалыуын әйтә. Ҡыйыу ир шунда уҡ ярҙамға ашыға.

«Уйланырға ваҡыт юҡ, шунда уҡ янған фатирға инеп, ҡыҙҙы саҡыра башланым. Аллаға шөкөр, ул яуап бирҙе. Уны ҡулынан тотоп, ут аша коридорға алып сыҡтым, төтөн күп ине һәм тын алыуы ауырлашты. Янғын һүндереүселәр килеп, беҙгә битлектәр кейҙерҙеләр һәм ҡотҡарҙылар, урамға алып сыҡтылар. Артабан беҙҙе ашығыс ярҙам машинаһында алып киттеләр, - тип һөйләне һуңыраҡ Юрий Окунцев.

Һөҙөмтәлә, 11 йәшлек ҡыҙ, уның 40 йәшлек әсәһе һәм 57 йәшлек ҡотҡарыусы янғындан зыян күрә, улар әле дауаханала ята.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас