Дөйөм мәҡәләләр
3 Февраля 2024, 13:39

Ғаилә һөрөм менән ағыуланған

Белоретта бәләкәй балалары булған ғаилә һөрөм менән ағыуланған.

Ғаилә һөрөм менән ағыуланғанҒаилә һөрөм менән ағыуланған
Ғаилә һөрөм менән ағыуланған

 Бөгөн Белоретта күп фатирлы йортта 8 һәм 11 йәшлек ике балалы ғаилә билдәһеҙ газ менән ағыулана. Балалар шунда уҡ реанимацияға ебәрелә.

Ҡотҡарыусылар газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре менән бергә фатирға күтәрелә, унда үлсәүҙәрҙән һуң һөрөм газының артыуы асыҡлана. Вентиляция системаһының боҙолоуы фаразлана.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас