+14 °С
Ясно
Башҡортостанда Белорет һәм Межгорье ҡалаларының, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Сергей Владимирович Склокин ҡапыл вафат булған. Уға 47 йәш ине.
Белорет районы хакимиәте хәбәр итеүенсә, бәхилләшеү сараһы 6 февралдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә була. Адресы: С. Тюленин урамы, 52, 72-се фатир.
«Тоғро тормош иптәше, яҡшы атай, яратҡан улыбыҙ. Һоҡланғыс, изге күңелле кеше», — тип яҙалар комментарийҙарҙа.