Дөйөм мәҡәләләр
6 Февраля 2024, 07:02

Буран сығыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Буран сығыуы көтөләБуран сығыуы көтөлә
Буран сығыуы көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар, епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +2, -3 градус.

Шаршамбы, 7 февралдә, епшек ҡар, көндөҙ Башҡортостандың көньяғында буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнсығыштан, йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -1, -6 градус.

Кесаҙна, 8 февралдә, ҡар, көньяҡта көслө ҡар яуыуы, төндә урыны менән буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15, көндөҙ -5, -10 градус.

Башинформ хәбәр иткәнсә, февралдең тәүге биш көнөндә Башҡортостанда айлыҡ норманың 30% яуған.

 

Наил ШАКИРОВ фотоһы. 

Автор:
Читайте нас