Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Февраль , 10:40

Ҡаты һыуыҡтар көтөлә

Башҡортостанда күпләп ҡар яуғандан һуң көндәрҙең һыуытыуы көтөлә, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Ҡаты һыуыҡтар көтөлә
Ҡаты һыуыҡтар көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы - 8, -13 градус.

Шәмбе, 10 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -16, -21, аяҙытҡанда -26 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.

Йәкшәмбе, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -22, -27, аяҙытҡанда -32 градус. Көндөҙ -12, -17 градус.

Башинформ хәбәр иткәнсә, ҡар яуыуы сәбәпле Башҡортостанда автомобиль юлдарының 30-ға яҡын участкаһында хәрәкәт сикләнгән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: