Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль , 10:37

Көндәрҙең -34° тиклем һыуытыуы фаразлана

Синоптиктар фаразлауынса 13 февралдә, көндөҙ ҡар, урыны менән көслө ҡар яуыуы көтөлә.

Көндәрҙең -34° тиклем һыуытыуы фаразлана
Көндәрҙең -34° тиклем һыуытыуы фаразлана

Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа көрт. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -2, -7°.

Шаршамбы, 14 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Төндә -20, -25°, көньяҡта -10, -15°, көндөҙ -11, -16°, көньяҡта -6°.

Кесаҙна, 15 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -20, -25°, урыны менән -29, -34°, көндөҙ -19, -24°.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: