Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраля 2024, 08:58

Рәсәйҙә өс төҫлө ипомея үҫтереү тыйыла

Рәсәйҙә билдәле өс төҫлө баҡса сәскәһе - ипомея үҫтергән өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә, тиелә Премьер Михаил Мишустин ҡул ҡуйған хөкүмәт ҡарарында.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙә өс төҫлө ипомея үҫтереү тыйылаРәсәйҙә өс төҫлө ипомея үҫтереү тыйыла
Рәсәйҙә өс төҫлө ипомея үҫтереү тыйыла

Ун һәм унан да күберәк ипомея ҡыуағы үҫтергән өсөн Енәйәт Кодексының 231-се статьяһы буйынса яза (наркотиктар йәки психотроп матдәләр булған үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү) бирелә. Был статья буйынса иң ҙур яза - һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Ундан алып 100-гә тиклем сәскә ҡыуағы үҫтереү - ҙур күләмдәге, 100-ҙән ашыу ҡыуаҡ үҫтереү айырыуса ҙур күләмдәге енәйәт тип иҫәпләнәсәк.

Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Гаврилов ипомея орлоғонда галлюциноген матдәләр барлығын аңлата. Уның һүҙҙәренсә, хәҙер өс грамм орлоҡ һаҡлаған йәки алған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырырға мөмкин.

Автор: