Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль , 17:46

Ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған

Үрге Мәнәүҙә яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге ир ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған.

Ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған
Ҡотҡарыусыларҙан ярҙам һораған

75 йәшлек Александр күптән инде яңғыҙы  донъя көтә. Ул ауылға 2013 йылда күсеп килгән. Ул ваҡытта күршеләре лә булған. Ауылда электр уты ла, зәңгәр яғыулыҡ та юҡ. Ул ошондай шарттарҙа йәшәп өйрәнгән. Пенсия алғас, күрше ауылдарға барып, аҙыҡ-түлек һатып алып ҡайта. Әле юлды ҡар ҡаплаған, шуға яҡташыбыҙ оло донъянан ситтә ҡалған.

Бер көн ауылда саңғысыны осратып, ул аҙыҡ-түлеге бөткәнен әйткән. Саңғысы был хәбәрҙе икенсе кешегә, уныһы инде Александрҙың һеңлеһенә еткергән. Һеңлеһе 112 хеҙмәтенә шылтыратып, ярҙам һораған.

Кисә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ҡотҡарыусылары ҡаргиҙәрҙәрҙә Александрға килгән. Олатай улар менән яҡындағы ауылға барып, пенсия, кәрәк-яраҡтар алған һәм кире өйөнә алып барған.

Автор:
Читайте нас: