Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Февраль , 11:54

Яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, шаршамбы, 28 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй.

Яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була
Яҙҙың тәүге көнө һалҡын һәм ҡарлы була

Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 0,-5°, таулы райондарҙа +5° тиклем.

Кесаҙна, 29 февралдә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә -11,-16°, урыны менән -21°, көндөҙ 0,-5°, таулы райондарҙа +5° була.

Яҙҙың тәүге көнөндә, йома, 1 мартта, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8,-13°, урыны менән -18°, көндөҙ +1,-4°.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Ерҙә көтөлмәгән магнит дауылы башланыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас: