Бөтә яңылыҡтар

Бер тәүлектә 95 кешелә коронавирус асыҡланған

Башҡортостанда уҙған тәүлектә 95 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған.

Бер тәүлектә 95 кешелә коронавирус асыҡланған
Бер тәүлектә 95 кешелә коронавирус асыҡланған

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Дүшәмбе ведомство 96 кешенең ковид йоҡтороуы тураһында хәбәр иткәйне.

5 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 145 пациент стационарҙа дауалана, шуларҙың 69-ы – 60 йәштән олораҡ.  Ә 1890 кеше, шул иҫәптән 800-ҙән ашыу өлкән йәштәге сирле өй шарттарында дауалана.

Тәүлек эсендә 97 кеше һауыҡҡан.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: