Бөтә яңылыҡтар

Ирҙең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Әзекәй ауылында ағас йортта янғын сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәлә ирҙең ғүмере өҙөлә.

Ирҙең ғүмере өҙөлгән
Ирҙең ғүмере өҙөлгән

Утты һүндергән саҡта 1956 йылғы йорт хужаһының үле кәүҙәһе табылған.

Әле ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, янғын сығыу сәбәптәре өйрәнелә.

Ведомство иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ, газды, электр ҡорамалдарын дөрөҫ ҡулланығыҙ! Бурҙан, һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмай - шуны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Электр йылытҡыстарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда тоҡандырмағыҙ.

Фото: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас: