Бөтә яңылыҡтар

Гуманитар ылауға пилотһыҙ осоусы аппарат менән һөжүм иткәндәр

Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһындағы Рәсәй хәрбиҙәренә йөк алып китеп барған гуманитар ылауға Донецк янында пилотһыҙ осоусы аппарат менән һөжүм иткәндәр. Йөк автомобиленә техник зыян килгән, тип хәбәр итте Башҡортостан Ҡоролтайы депутаты Фәрит Ғүмәров.

Гуманитар ылауға пилотһыҙ осоусы аппарат менән һөжүм иткәндәр
Гуманитар ылауға пилотһыҙ осоусы аппарат менән һөжүм иткәндәр

«Күмәк көс менән фураны сығарырбыҙ тип уйлайым. Беҙҙең фура имен, системаны һәм «воздушканы» ремонтларға ғына кәрәк. Артабан үҙ юлыбыҙ менән Өфөгә ҡайтып етербеҙ. Барыһы ла иҫән-һау», — тине Ғүмәров.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, дрон операторы ҙур тиҙлектә китеп барған фураның кабинаһына тейҙерә алмаған, заряд шартлағас, машинаға ярсыҡтар сәсрәгән. Машина туҡтарға мәжбүр булған. Башҡортостан колоннаһына ярҙамға Рәсәй хәрбиҙәре, шул иҫәптән ғинуарҙа үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланған Дәүләт Йыйылышы депутаты Алексей Локотченко килгән. Уның һүҙҙәренсә, хәрбиҙәр өсөн йөктө икенсе транспорт менән тәғәйен урынға илтеп биргәндәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса махсус хәрби операция зонаһына 114-се гуманитар ылауҙың барып етеүе тураһында яҙғайны. 

Автор:
Читайте нас: