Бөтә яңылыҡтар

Республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Башҡортостанда йәшәүселәргә мосолмандарҙың Ураҙа байрамы уңайынан апрелдә өҫтәмә ял көнө тураһында иҫкә төшөрҙөләр. Быйыл ул шаршамбы, 10 апрелгә тура килә. Был көндө мосолмандар изге Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй.

Республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә
Республика халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Илдә киләһе оҙайлы ял көндәре май айында көтөлә. Граждандар 28 апрелдән 1 майға тиклем һәм 9 майҙан 12-һенә тиклем ял итә ала, тиелә Рәсәй хөкүмәте раҫлаған производство календарында. 27 апрелдәге ял көнө 29 апрелгә күсерелә. Шулай итеп, беренсе май байрамдары алдынан эш аҙнаһы алты көнлөк була.

Быйыл республикала йәшәүселәрҙе тағы ла Еңеү көнө (9 майҙан 12-һенә тиклем), Рәсәй көнө (12 июнь), Ҡорбан байрамы (16 июнь йәкшәмбе булғас, 17 июндә ял итәбеҙ), Халыҡтар берҙәмлеге көнө (3-4 ноябрь) уңайынан байрам көндәре көтә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: