Бөтә яңылыҡтар

COVID-19 йоҡтороу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәр бирелде

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы COVID-19 менән сирләү осраҡтары тураһында яңы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. 14 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, һуңғы тәүлектә республикала 98 кеше яңы коронавирус йоҡторған.

COVID-19 йоҡтороу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәр бирелде
COVID-19 йоҡтороу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәр бирелде

Йәмғеһе 130 пациент, шул иҫәптән 60 йәштән өлкәнерәк 63 кеше стационарҙа дауалана. Ә 1864 кеше амбулатор шарттарҙа мәкерле сир менән көрәшә, шуларҙың 839-ы — ололар.

Тәүлек эсендә 132 кеше һауығып өйөнә ҡайтҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 мартта 97 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланғайны.

Автор:
Читайте нас: