Бөтә яңылыҡтар

Сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр

«Авиаинцидент» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, 13 мартта иртән Башҡортостан күгендә шикле пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр.

Сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр
Сәйер пилотһыҙ осоусы аппарат күргәндәр

«Аэростат пилоты осоштар етәксеһенә телефондан Әмит ауылы (Иглин районы) тирәһендә 800-1000 фут бейеклектә аҡһыл төҫтәге самолет тибындағы БПЛА осҡанын хәбәр иткән, осош йүнәлеше — көньяҡҡа табан. Һауа киңлеген файҙаланыу тәртибен боҙоу теркәлгән», — тиелә хәбәрҙә.

ПВО һәм Эске эштәр министрлығы органдарына мәғлүмәт еткерелгән. Билдәләнеүенсә, «Режим» сигналы иғлан ителмәгән.

«Башинформ» Донецк янында Башҡортостандың гуаманитар ылауына БПЛА менән һөжүм итеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-14/v-nebe-nad-bashkiriey-zamechen-podozritelnyy-bespilotnik-3681431

Автор:
Читайте нас: