Бөтә яңылыҡтар

Традицион солоҡсолоҡ ЮНЕСКО статусын алыуы мөмкин

Башҡортостандың традицион солоҡсолоғо мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы объекты статусын алыуы ихтимал, тип һөйләне Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәгенән «Сәләм» тапшырыуына тура бәйләнештә республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

Традицион солоҡсолоҡ ЮНЕСКО статусын алыуы мөмкин
Традицион солоҡсолоҡ ЮНЕСКО статусын алыуы мөмкин

«Күптән түгел беҙ республика ауыл хужалығы министрлығында эшләгән коллегаларыбыҙ һәм ғилми берләшмә менән солоҡсолоҡто бөтә донъя ауыл хужалығы мираҫына индереү буйынса рәсми ғариза өҫтөндә эште тамамланыҡ. Был иһә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ошо кәсептә лидерлыҡты нығытырға мөмкинлек биргән тағы бер программаһы. ЮНЕСКО статусы башҡорт халҡының мәҙәниәтен популярлаштырырға һәм традицияларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк. Ә республика умартасылары боронғо кәсепте уңышлы үҫтерә, оҫталығын йәштәргә өйрәтә һәм халыҡ-ара кимәлдә тәжрибә уртаҡлаша ала», — тине эфир ҡунағы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан — Ер йөҙөндә солоҡ умартасылығы кәсеп булып һаҡланған берҙән-бер урын. Республика ғалимдары ике патент алды — «Бөрйән солоҡ бал ҡорто» тоҡомона һәм һеркә составы буйынса башҡорт балының географик килеп сығышын билдәләү ысулына.

Тармаҡтың үҫеше тураһында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалында уҡығыҙ.

Автор:
Читайте нас: