Бөтә яңылыҡтар

Яҙғы һунар миҙгеле асыла

Башҡортостанда ҡоштарға яҙғы һунар миҙгеле асыла. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һунар итеү ваҡыты һунар урынына бәйле.

Яҙғы һунар миҙгеле асыла
Яҙғы һунар миҙгеле асыла

Мәҫәлән, беренсе зонала (Әлшәй, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка, Хәйбулла, Шишмә, Шаран райондары) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 12 апрелдән 21-енә, ә ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 20 апрелдән 29-ына тиклем һунар итергә мөмкин.

Икенсе зонала (Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Учалы, Саҡмағош, Яңауыл райондары) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 19 апрелдән 28-нә, ә ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 27 апрелдән 6 майға хәтлем һунар рөхсәт ителә.

Өсөнсө зонала (Белорет районында) ҡаҙҙарға, ата өйрәктәргә — 26 апрелдән 5 майға тиклем, ҡурпысыҡҡа, шулай уҡ ата һуйыр менән ҡорға 27 апрелдән 6 майға ҡәҙәр һунар итергә була.

Бынан тыш, 13 апрелдән 12 майға тиклем тере өйрәктәр менән һунар рөхсәт ителә.

Һунар итеү өсөн махсус рөхсәт алырға кәрәк. Һунар ваҡытында ҡош-ҡортто эҙәрлекләү маҡсатында йөҙөү сараларын ҡулланыу тыйыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: