Бөтә яңылыҡтар

Апрелдә өҫтәмә ял көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе апрелдә өҫтәмә ял көнө көтә. Шаршамбы, 10 апрелдә, мосолмандар изге Рамаҙан айының тамамланыуын — Ураҙа байрамын билдәләй.

Апрелдә өҫтәмә ял көтә
Апрелдә өҫтәмә ял көтә

9 апрелдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

Илдә киләһе оҙайлы ял көндәре май айында көтөлә. Граждандар 28 апрелдән 1 майға тиклем һәм 9-12 майҙа ял итә ала, тиелә Рәсәй хөкүмәте раҫлаған производство календарында. 27 апрелдәге ял көнө 29 апрелгә күсерелә. 

Быйыл республикала йәшәүселәрҙе тағы ла Еңеү көнө (9 майҙан 12-һенә тиклем), Рәсәй көнө (12 июнь), Ҡорбан байрамы (16 июнь йәкшәмбе булғас, 17 июндә ял итәбеҙ), Халыҡтар берҙәмлеге көнө (3-4 ноябрь) уңайынан байрам көндәре көтә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: