Бөтә яңылыҡтар

Бысҡы вағына ултыртабыҙ

Ҡыяр орлоҡтарын, тиҙерәк үҫһендәр өсөн, тупраҡҡа түгел, ә бысҡы вағына ултыртыла.

Бысҡы вағына ултыртабыҙ
Бысҡы вағына ултыртабыҙ

Сәсер алдынан, бысҡы ваҡын ҡайнар һыу менән ике тапҡыр бешекләп алам. Ундағы
бактериялар һәм зарарлы микроорганизмдарҙы юҡҡа сығарыу өсөн кәрәк был.  Һауытҡа 4 сантиметр ҡалынлыҡта тултырып, бүртһен өсөн, өҫтөнә йылы һыу ҡойола. Айырым һауытҡа бер аҙ ғына бысҡы ваҡы, һыу һалына.

Быныһы орлоҡтарҙы күмеү өсөн кәрәк. Шунан теге һауытҡа орлоҡтарҙы сәсеп, ағас ваҡы менән күмелә. Тишелеп сыҡҡансы, полиэтилен менән ҡаплап тоторға кәрәк. Һыу һибеп торорға кәрәк. Ҡыярҙы, өс япраҡлы булыуға, тупраҡҡа күсереп ултыртырға кәрәк.

"1001 кәңәш" төркөмәнән.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: