Бөтә яңылыҡтар

Ярты хаҡҡа йөрөйәсәк

1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары ҡала яны тимер юл транспортында 50 процент ташлама менән йөрөргә мөмкин. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Ярты хаҡҡа йөрөйәсәк
Ярты хаҡҡа йөрөйәсәк

Ташлама менән файҙаланыу өсөн билет һатып алған ваҡытта паспорт менән граждандың льготалы статусын раҫлаған документты (пенсия  танытмаһы, хеҙмәт ветераны танытмаһы, хәрби хеҙмәт ветераны танытмаһы һәм башҡалар) күрһәтергә кәрәк.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә башлаған яңы электропоезд хаҡында яҙғайны.

Автор:
Читайте нас: