Бөтә яңылыҡтар

Тағы бер колледж студенттарын эвакуацияланды

Өфөнөң Әй урамындағы С.Бикеев исемендәге һөнәри колледжында ла дәрестәр туҡтатылған.

Тағы бер колледж студенттарын эвакуацияланды
Тағы бер колледж студенттарын эвакуацияланды

Хәбәр итеүҙәренсә, дәрес барған ваҡытта студенттарға бинанан сығырға ҡушҡандар. Сөнки бинаға мина һалыныуы тураһында шылтыратыу булған. Студенттарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәргәндәр. Кинологтар эттәр менән колледжды тикшерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн УКСИВТ студенттарын да эвакуациялау хаҡында билдәле булды. Колледждың электрон почтаһына бинаға шартлатҡыс һалынған тигән хәбәр килгән.

Автор:
Читайте нас: