Бөтә яңылыҡтар

Яҡташтарыбыҙ 11 көн ер аҫтында...

18 мартта Амур өлкәһенең "Пионер" алтын сығарыу шахтаһында ер ишелеп, 13 шахтер 120 метр тәрәнлектә ер аҫтында ҡалғайны. Араларындағы биш кеше - Сибайҙан һәм Учалынан яҡташтарыбыҙ. 

Яҡташтарыбыҙ 11 көн ер аҫтында...
Яҡташтарыбыҙ 11 көн ер аҫтында...

Шунан алып ҡотҡарыу эштәре бара, әммә һөҙөмтә юҡ. Дүрт скважина ҡаҙҙылар, әммә унда һыу, боҙ, батҡаҡ ҡына күҙәтелә.

Көндән-көн ер аҫтындағыларҙы иҫән килеш табыу өмөтө кәмей. Кисә Амур өлкәһенә урынға бәләгә тарыусыларҙың туғандары барҙы. Улар менән психологтар эшләй.

Фото: өлкә губернаторы Василий Орловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: