Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Март 2024, 12:22

Ялда көндәр нисек була?

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы.

Ялда көндәр нисек була?
Ялда көндәр нисек була?

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн көндөҙ республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы  көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2, +3 градус.

Шәмбе, 30 мартта, яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, көндөҙ 0, +5 градус.

Йәкшәмбе, 31 мартта, бер аҙ ҡарлы ямғыр, төндә айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә-0, -5, көндөҙ +2, +7 градус.

Елена Перминова фотоһы. 

Автор:
Читайте нас