Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель , 16:02

Ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды

«Пионер» руднигында ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды, сөнки шахтаның ҡабаттан емерелеү хәүефе бар. Был хаҡта 1 апрелдә рудник етәкселеге хәбәр итте.

Ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды
Ҡотҡарыу операцияһы туҡтатылды

«Башинформ» яҙғанса, Амур өлкәһендә «Пионер» руднигының идара итеүсе директоры ҡулға алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә ҡалған эшселәр араһында биш яҡташыбыҙ бар. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан, 31-48 йәшлек ир-егеттәр. Барыһы ла машинист булып эшләй. 18 март кисендә Амур өлкәһендәге рудниктың ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелеп төшкән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-01/na-rudnike-pioner-prekratili-spasatelnuyu-operatsiyu-3709091

Автор:
Читайте нас: