-25 °С
Болотло
15 минуттан һуң ғына янғын һүндереүселәр утты һүндереүгә тотона. Ғаиләлә, ҡотҡарыусыларға ваҡытында хәбәр итерлек, янғын тураһында хәбәр итеүсе сигнализация ҡуйылмаған булып сыға. Улар килгәндә бөтә майҙанда торлаҡ йорт һәм мунса янып бөтә, ике автомобиль зыян күрә. Ярты сәғәттән һуң янғын һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утта дүрт кеше - 1967 йылғы ир, 1991 йылғы ҡатын-ҡыҙ, өс һәм бер йәшлек балалар һәләк була.
Прокуратура Белорет районында дүрт кеше, шул иҫәптән ике бала, һәләк булған янғынға бәйле тикшереү үткәрә.