Был хаҡта Татарстан Рәисенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ике кешенең яраланыуы тураһында билдәле.
«Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Уларға барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә», – тиелә рәсми хәбәрҙә.
Республика етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа БПЛА һөжүме тураһында мәғлүмәттәр еткерелеп тора.
«Хәҙер тынсылыҡ һаҡлау һәм ошо енәйәтте ҡылған кешеләр аңлы рәүештә булдырырға тырышҡан паникаға бирелмәү бик мөһим», – тип билдәләне Татарстан Рәисе.
«Алабуға» махсус иҡтисади зонаһында ятаҡҡа һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был хаҡта махсус иҡтисади зонаның генераль директоры Тимур Шаһивәлиев белдерҙе.
https://www.bashinform.ru/news/law/2024-04-02/v-tatarstane-bespilotniki-atakovali-neftepererabatyvayuschie-predpriyatiya-3710332