Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2024, 11:51

Өҫтәмә ял көнө көтөлә

10 апрелдә мосолмандар изге Рамаҙан айының тамамланыуын билдәләй. Башҡортостан халҡын был аҙнала Ураҙа байрамы уңайынан өҫтәмә ял көнө көтә.

Өҫтәмә ял көнө көтөлә
Өҫтәмә ял көнө көтөлә

Рәсәйҙәрҙең яратҡан май ял байрамдарына ла оҙаҡ ҡалманы. 28 апрелдән 1 майға тиклем һәм 9-12 майҙа ял була, тиелә Рәсәй хөкүмәте раҫлаған производство календарында. 27 апрелдәге ял көнө 29-ына күсерелә. Шулай итеп, апрелдең һуңғы аҙнаһында алты көн эшләйбеҙ.

Быйыл республикала йәшәүселәрҙе тағы ла Еңеү көнө (9 майҙан 12-һенә тиклем), Рәсәй көнө (12 июнь), Ҡорбан байрамы (16 июнь йәкшәмбегә тура килгәс, 17 июндә ял итәбеҙ), Халыҡтар берҙәмлеге көнө (3-4 ноябрь) уңайынан байрам көндәре көтә.

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас