Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апрель , 14:19

+20 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, дүшәмбе, 15 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9,+14°.

+20 градусҡаса йылыта
+20 градусҡаса йылыта

Шишәмбе, 16 апрелдә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +2,+7°, көндөҙ +11,+16° була.

Шаршамбы, 17 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +1,+6°, көндөҙ +15,+20°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы аҙнала Башҡортостанға йәйгесә йылы көндәр килә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: