Бөтә яңылыҡтар

Рәсәйҙә коронавирустың FLiRT варианты асыҡланған

Роспотребнадзор мәғлүмәте буйынса, байрам көндәренән һуң COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы теркәлә. Ведомство Рәсәйҙең барлыҡ биләмәләрендә SARS-CoV-2 варианттарының таралыуын күҙәтә.

Рәсәйҙә коронавирустың FLiRT варианты асыҡланған
Рәсәйҙә коронавирустың FLiRT варианты асыҡланған

Һаман да, тотош донъялағы кеүек үк, Omicron геноварианты өҫтөнлөк итә.

Шул уҡ ваҡытта яңы геноварианттар асыҡланған.

«Мониторинглау осоронда FLiRT вариантының 178 яңы осрағы асыҡланған, шул иҫәптән KP.2 (өс осраҡ), KP.1.1 (биш осраҡ), KS.1 (170 осраҡ) варианттары. Улар барыһы ла уның башҡа төрҙәренә ҡарағанда нығыраҡ хәүеф менән янамай. FLiRT вариантының билдәләре Omicron менән оҡшаш: биҙгәк тота, йүткертә, тамаҡ, баш ауырта, хәлһеҙлек, тәм, еҫ тоймау күҙәтелә», — тип белдерҙеләр Роспотребнадзорҙа.

Автор:
Читайте нас: