Бөтә яңылыҡтар

Табылған малайҙың шәхесе асыҡланды

Өфөлә ошо көндәрҙә Еңеү паркы яғындараҡ Ағиҙел йылғаһы буйында табылған үҫмерҙең шәхесе асыҡланды.

Табылған малайҙың шәхесе асыҡланды
Табылған малайҙың шәхесе асыҡланды

«2024 йылдың 30 мартында юғалған 13 йәшлек үҫмерҙең ата-әсәһе уны таныны», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитеты республика буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Әле эксперттар тикшереү үткәрә, шулай уҡ икенсе үҫмерҙе эҙләү бара.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Өфөлә юғалған үҫмерҙәрҙең береһенең кәүҙәһен тапҡандар. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: