Бөтә яңылыҡтар

25 градусҡаса йылыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында +25 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр республика синоптиктары.

25 градусҡаса йылыта
25 градусҡаса йылыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

Шаршамбы, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус, төньяҡ-көнсығышта +15 градус.

Кесаҙна, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, киҫкен. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2-гә тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус, төньяҡ-көнсығышта +15-кә тиклем.

Автор:
Читайте нас: