+22 °С
Ясно
Ҡамыр өсөн:
✓3 стакан он
✓0.5 сәй ҡалағы тоҙ
✓1 аш ҡалағы шәкәр
✓1 сәй ҡалағы ҡабартҡыс
✓90 гр. аҡ май (йомшартылған)
Ошо ингредиенттарҙан валсыҡ (крошка) яһайбыҙ. Һуңынан
✓250 гр. ҡаймаҡ (20%)
✓1 йомортҡа
ҡушып ҡамыр баҫырға һәм эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торорға кәрәк.
Эслек:
✓ҡузғалаҡ
✓шәкәр
✓он.
Ҡуҙғалаҡты йыуып киптергәндән һуң, он, шәкәр өҫтәп болғатабыҙ.
Ҡамыр ҙур ғына табаға тамам була.
Иҫ киткес тәмле ҡамыр, бешереп ҡарағыҙ, дуҫтар!
https://web.telegram.org/a/#-1001745933478