+31 °С
Ясно
Роспотребнадзорҙың республика идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалыуға бәйле 4459 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың һәр өсөнсөһө — бала.
Әлеге күрһәткес былтырғыға ҡарағанда 27,5 % аҙыраҡ.
Республикала халыҡ күп йөрөгән урындарҙы акарицид ярҙамында эшкәртеү эштәре бара. Хәҙерге көндә 4065 гектар майҙан эшкәртелгән, шул иҫәптән йәйге һауыҡтырыу ойошмалары биләмәһе — 1292,3 гектар.