Бөтә яңылыҡтар

КҮҢЕЛ ЙЫЛЫҺЫН ѲЛӘШЕП

Ҡорбанды Тимер юл ауылының хакимиәте Әбйәлил районынан барып һатып килтергән. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ҡатын ҡыҙҙар советы, "Изге ай" фольклор ансамбле ағзалары бергәләп байрам табынын үҙ аҡсаларына әҙерләгән.

Сатура Мингажитдинова
Фото:Сатура Мингажитдинова

Ошо кѳндәрҙә барлыҡ илдәрҙең мосолмандары Ҡорбан байрамын үткәрҙе. Республика, ҡала, район ауылдары халҡы ла был изге, Ислам диненең оло байрамы - Ҡорбан ғәйетен ҙурлап, дини тәртиптәрҙе үтәп билдәләне. Барлыҡ мәсеттәрҙә лә Ғәйет намаҙҙары башҡарылды һәм махсус майҙандарҙа ҡорбан салынды. Районыбыҙҙың Тимер юл ауылында ла Ҡорбан байрамына ныҡлы әҙерләнгәндәр.  Иртә менән байрамса кейенгән халыҡ иҫке мәктәп бинаһына йыйылды. Мәсет юҡлыҡтан һуңғы йылдары дини байрамдарҙы ла әлегә ошонда үткәрәләр. Изге көндә ғәйет намаҙын уҡырға, бер-береһен байрам менән ҡотларға һәм ҡорбан байрамы ашын әҙерләргә күп кенә кеше йыйылды. Ҡорбанды Тимер юл ауылының хакимиәте Әбйәлил районынан барып һатып килтергән. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ҡатын ҡыҙҙар советы, "Изге ай" фольклор ансамбле ағзалары бергәләп байрам табынын үҙ аҡсаларына әҙерләгән. Ҡорбан итенән аш, былау  әҙер булғас, билдәләнгән ваҡытҡа Ҡорбан ашына ауылдың оло быуын кешеләре, саҡырылған ҡунаҡтар килде. 
Тимер юл ауылы хакимиәте башлығы Артур Закиров үҙ сығышында ҡорбанды  әлеге ваҡытта Украина ерендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең иҫән-һау, еңеү яулап үҙ илебеҙгә, ата-әсәләренә, ғаиләләренә ҡайтыуҙарына арнайбыҙ тине. Ҡорбан байрамына ололарҙы ҡотларға килгән Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Илдар Хәмитов та ошондай ауыр ваҡытта халыҡҡа берләшергә, яуҙа булған егеттәргә ситтән тороп ярҙам итергә саҡырҙы. Шулай уҡ  милли традицияларға, ғѳрѳф-ғәҙәттәргә  арнап үткәрелгән, дини байрамдарға йәштәрҙе, урта быуын вәкилдәрен күберәк саҡырырға тигән фекерен әйтте. 
"Урал" гәзитенең баш мѳхәррире Сатура Минһажитдинова Ҡорбан ғәйете менән барыһын да ҡотлағандан һуң, ололарҙы республика, ҡала-район яңылыҡтары менән таныштырҙы. Тимер юл ауылы халҡына,   ағинәйҙәргә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы ярҙамдарынан ѳҙмәгәндәре ѳсѳн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан ҡотлау һүҙҙәре менән Тимер юл ауылы ағинәйҙәренең етәксеһе Зәйлә Хәлилова сығыш яһап, ағинәйҙәрҙең барыһына ла әүҙем йәмәғәт тормошо алып барғандары, ниндәй генә эш буйынса мѳрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итергә әҙер тороуҙары ѳсѳн ҙур рәхмәтен белдерҙе. Һуңынан барыһына ла хәйер таратты.  Ҡорбан байрамы сараһын бик үҙенсәлекле итеп алып барған Динә Шәйәхмәтова артабан һүҙҙе республикабыҙҙа, район-ҡалабыҙҙа билдәле кеше булған, дин әһеле  Мѳхәмәт Түлебаевҡа тапшырҙы. 
Мѳхәмәт Усман улы Ҡорбан ғәйетенә бағышлап вәғәз һөйләне. Ҡорбан байрамында хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк тапшырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла тип аңлатты. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла тине. Һуңынан Мѳхәмәт Усман улы матур итеп Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны.
Ҡорбан байрамы уңайынан өс көн дауамында бөтә мосолман халҡы донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, йорттарында байрам ашы ойоштора, ҡорбан табындарына йыйыла.  Ватаныбыҙға, бѳтѳн донъяға тыныслыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәттәр насип итһен. Аҙашҡандарға тәүфиҡ, ғилем алыусыларға файҙалы ғилемдәр, ғаиләләребеҙгә бәрәкәт, сабыйҙарыбыҙға бәхетле балалыҡ, ил етәкселәренә зирәк аҡыл, халҡыбыҙға хәйерле хеҙмәттәр, сабырлыҡ, илебеҙгә, көнөбөҙгә, тыныслыҡтар насип булһын, тип теләнеләр ололар. 

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас: