Үләндәр ни тиклем тиҙерәк үҫһә, шул тиклем тупраҡ туҡлыҡлы була, ул азот менән байый. Бынан тыш, баҡсала алабута булыу башҡа ҡый үләндәре булмауын аңлата. Ә кешегә ниндәй файҙаһы бар һуң...
Әгәр ҡыҫҡаса алабутаның файҙалы үҙенсәлектәрен һанап китһәк, түбәндәгеләрҙе айырып күрһәтергә мөмкин:
ауыртыуҙы баҫа торған эффект;
токсиндарҙы һәм шлактарҙы сығарыу;
йөрәк мускулын һауыҡтырыу;
антиоксидант һаҡлау;
патоген микроорганизмдар менән көрәш;
иммунитетты нығытыу; тын алыу юлдарын таҙартыу;
мускулдарҙың шешеүе һәм гипертонусы ваҡытында спазмдарҙы бөтөрөү;
алмашыу процестарын дәртләндереү;
макуляр дистрофияны иҫкәртеү;
ҡартайыу процестарын яйлатыу;
зарарланған ДНК-ны тергеҙеү;
ҡандағы шәкәр кимәлен нормаға килтереү.
Юҡ, иремә әйтәм әле, картуф баҡсаһындағы алабутаны йолҡмайыҡ тип. Был тиклем файҙалы икәнлеген белһә, үҙе лә йолҡорға бирмәҫ әле.