Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 июнь кисендә һәм 28 июндә төндә һауа торошоноң үҙгәреүе дала һәм тау йылғаларының ҡапыл ташыуына килтереүе мөмкин.
«Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарына йәшен фронты яҡынлаша, йорт яны биләмәләрен һыу баҫыуы һәм юлды ташҡын йыуыуы фаразлана», — тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кәңәштәре:
- Һыу баҫһа йәки һыу баҫыу хәүефе янаған осраҡта 101 йәки 112 номерына шылтыратырға.
- Документтарҙы һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе йыйырға.
- Тәҙрәләрҙе, вентиляцияны, газ кранын ябырға, электр утын һүндерергә.
- Малды эвакуациялау урынын уйларға.