Бөтә яңылыҡтар

Туристар аҙашты

Кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Белорет районында, “Өфө”  күҙәтеү майҙансығына тиклем 200 метр самаһы барып етмәйенсә, бер төркөм туристарҙың аҙашыуы тураһында хәбәр килә.

Туристар аҙашты
Туристар аҙашты

Туристар ашығыс хеҙмәттәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, координаталарын тапшыра.

Ярҙамға тиҙ арала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Белорет ҡотҡарыусылары Алынған координаталар һәм тауыш сигналдары ярҙамында ҡотҡарыусылар тиҙ арала юғалыусыларҙы таба.

Ҡотҡарыусылар килеп еткәс, ике туристың тауға менгәндә йәрәхәтләнгәнлеге асыҡлана. Уларҙың береһе тубығынан йәрәхәт ала. Ә икенсеһе аяғына баҫа алмай.

Ҡотҡарыусылар зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтә һәм уларҙы Айғыр станцияһына тиклем оҙата. Артабанғы медицина ярҙамынан баш тарталар.

Сығанаҡ: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

 

Автор:
Читайте нас: